Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 13:23

Магазинға бурһыҡ килгән

Ҡала урамдарына урманда ла осратып булмаҫтай хайуандарҙың йыш килеүе күҙәтелә. Күптән түгел Өфө магазиндарының береһендә кешеләргә бурһыҡ һөжүм иткән.

Ҡала урамдарына урманда ла осратып булмаҫтай хайуандарҙың йыш килеүе күҙәтелә. Күптән түгел Өфө магазиндарының береһендә кешеләргә бурһыҡ һөжүм иткән.


Магазиндың хужалыҡ бүлмәһенә килеп ингән йәнлекте күреп, кешеләр шаҡ ҡата һәм ҡыуып сығармаҡсы була. Әммә бурһыҡ бирешергә теләмәй – уларға ташлана. Ахырҙа уны үлтерәләр. Һуңынан ветеринарҙар йыртҡыста ҡотороу ауырыуы булыуын асыҡлай. Ҡаза күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтелә.


Хәҙер магазин ишеген бикләп ултырырға кәрәк булырмы икән?!


Фото: nnzoo.ru
Читайте нас: