“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты – башҡа проекттар араһында иң мөһимдәр иҫәбендә. Был ил, йәмғиәт, дәүләт үҫеше өсөн иң төп мәсьәләләрҙең береһе һанала. Сөнки тап йәшәү мөхите, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү йәмғиәт кәйефен генә түгел, хатта Рәсәй иҡтисады үҫешенең тотош секторҙарын билдәләй”, – тигәйне ил Президенты Владимир Путин Ҡазандағы осрашыуҙарҙың береһендә.
Әйткәндәй, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән. Уның төп маҡсаттарының береһе – йыл һайын илдәге биш миллиондан кәм булмаған ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, торлаҡ төҙөп тапшырыу күләмен арттырыу, ипотека баҙарын үҫтереү һәм йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фонды күләмен ҡыҫҡартыу.
Башҡортостан Республикаһының граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика адреслы программаһына ҡул ҡуйылды. Авария хәлендәге күп ҡатлы йорттарҙан 2 мең 595 гражданды күсереү өсөн 43754,75 квадрат метр торлаҡ төҙөргә йәки һатып алырға кәрәк.
Фото: добровольцыроссии.рф