Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 12:18

Милли проект: өс эш уңышлы тип табылған

Ер, һыу, һауаһыҙ һәм шул иҫәптән торлаҡһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Ә бының өсөн күсемһеҙ милектең һәр кем һатып алырлыҡ булыуы мөһим. Шуға ипотека кредитының да һәммәһе өсөн ҡулайлы процентлыһы яҡшы.

Ер, һыу, һауаһыҙ һәм шул иҫәптән торлаҡһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Ә бының өсөн күсемһеҙ милектең һәр кем һатып алырлыҡ булыуы мөһим. Шуға ипотека кредитының да һәммәһе өсөн ҡулайлы процентлыһы яҡшы.


Милли проекттарға килгәндә, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” – илебеҙ халҡы өсөн иң мөһимдәренең береһе. “Бөгөн төҙө­лөш компаниялары дәүләткә йәки муни­ципалитеттарға социаль объекттарҙы тапшырғанда табышҡа һәм өҫтәмә хаҡҡа һалым түләргә тейеш.


Төҙөүселәрҙе ошо ауыр йөктән бушатырға кәрәк. Шулай итеп, ҡалаларыбыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың комплекслы үҫешен, йәғни торлаҡ эргәһендә ғаиләгә кәрәкле мөһим учреждениелар – поликлиника, мәктәп, спорт майҙансыҡ­тарын булдырыу эшен әүҙемләштереү шарт. Был ата-әсәләр уҡый, эшләй алһын, бәхетле атай-әсәй булыуҙан ҡәнәғәтлек алһын өсөн эшләнә”, – тине ил Президенты.

Владимир Путин йәмәғәтселек вәкил­дәре менән осрашҡанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты тураһында һүҙ барғанда Хөкүмәткә июнь башына тиклем сүп-сарҙы утилләштереү ҡағиҙәләрен үҙгәртеүгә бәйле мәсьәләне ҡарарға ҡушты.


Владимир Путин шулай уҡ торлаҡ төҙөгәндә тарихи мөхитте һаҡлау, балалар майҙансыҡтары булдырыуҙы талап итте. Әйткәндәй, ил Хөкүмәте төбәктәргә яҡынса 5 миллиард һум аҡсаны бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтәсәк. Рәсәй төбәктәренә 40-тан 289 миллион һумға тиклем аҡса бүленәсәк. Башҡортостанға ҡаралған сумма – 245 миллион һум.


Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарға Бөтә Рәсәй конкурсы 2018 йылдан үткәрелә. Унда федераль һәм төбәк тарихи биләмәләр статусы, халҡы 100 меңгә тиклем булған муниципаль берәмектәр ҡатнаша. Башҡортостандан был конкурста Бәләбәй (“Йырлаусы шишмәләр паркы”), Бөрө (“Бөрө ваҡыты” архитектура-парк ансамбле”) һәм Ишембай (“Ҡала майҙаны. Тергеҙеү”) ҡалаларынан проекттар еңеп сыҡҡан.
Читайте нас: