Ҡала-райондарҙағы күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау эше дауам итә.
Йылайырҙа был маҡсатҡа быйыл 644 мең 212 һум аҡса һалыу ҡаралған, был суммаға биш подъезд төҙөкләндереләсәк.
Әле Ҡыҙыл Партизан урамындағы 91-се, 87-се һәм Ленин урамындағы 115-се йорттарҙың беренсе подъезында ремонт эштәре бара, ул срокка ярашлы июнь уртаһында тамамланырға тейеш.
“Подъездар көлөп торасаҡ, әммә уларға йәшәүселәр яғынан иғтибар булырға тейеш”, – ти эшселәр.