Оҫта ҡуллы Мәҙинә Ибраһимованы ниндәй мәсьәләләр борсой?
Һуңғы йылдарҙа күптәрҙең боронғо биҙәүестәргә, селтәр-ҡашмауҙарға ҡыҙыҡһыныуы, иғтибары артыуы һөйөнөслө. Мәҙәни сараларҙа ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдә сығыш яһай, селтәр, һаҡал таҡҡандары ла бар. Әммә байтаҡ осраҡта уларҙы ҡайҙа, нисек кейергә икәнде белмәү, селтәр-ҡашмауҙарҙың дөрөҫ эшләнмәүе күҙгә ташлана.
Бөгөн бәғзеләрҙең халҡыбыҙҙың, ырыуҙың үҙенә генә хас биҙәктәрен, тамғаларын инҡар итеп, яңы биҙәк-нағыштар өҫтәүе, төрлө төҫтә эшләргә тырышыуы, ололарҙан өйрәнмәйенсә, китаптарҙан ҡарамайынса, селтәрҙе нисек етте шулай сыбарлауы, ҡашмауҙы төрлө оҙонлоҡта яһауы һ.б. күҙәтелә. Шулай ҙа был шөғөлдөң нескәлеген белгән оҫталар арабыҙҙа юҡ түгел. Шундайҙарҙың береһе – Әбйәлил районы үҙәгендә йәшәүсе Мәҙинә Ибраһимова. Бөгөн беҙ уның менән тарих һөйләүсе биҙәүестәр хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ.
Селтәр, һаҡал, хәситә... Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған затлы биҙәүестәр төрлө ерҙә төрлөсә атап йөрөтөлә. Уларҙың эшләнеше лә бер-береһенән айырыла. Шау көмөш тәңкәнән торғаны, тотошлай мәрйен ҡапланғаны, икеһенең аралаштырып тегелгәне, ҡортбаш баҫылғаны...
– Мәҙинә Рәсих ҡыҙы, һеҙҙе районда умартасы ҡатын-ҡыҙ булараҡ яҡшы беләләр. “Пчелка Майя” тип әйтеү менән күптәр шундуҡ һеҙҙе күҙ алдына килтереүсән. Умартасының биҙәүестәр эшләү оҫтаһына әүерелеүенә нимә сәбәпсе булды?
– Беренсенән, күңел ҡушыуы сәбәпсе булғандыр тип уйлайым. Икенсенән, ҡортсолоҡ тармағы ваҡытлыса бит, иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем бал ҡорттары кеүек алһыҙ-ялһыҙ эшләйбеҙ ҙә ҡыш өйҙә ултырабыҙ. Оҙон кистәрҙе үткәреү, күңелдәге бушлыҡты ни менәндер тулыландырыу маҡсатында башлағайным, хәҙер яратҡан кәсебемә әйләнде. Баштараҡ сәхнәләрҙә, телевизорҙан сығыш яһаған милләттәштәребеҙҙәге, бейеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙағы милли биҙәүестәрҙе күреп бер аҙ көйөп тә, бошоноп та алдым. Ни өсөн тигәндә, һуңғы ваҡытта стилләштерелгән әйберҙәр тигән мода артында халҡыбыҙға бөтөнләй хас булмаған тамға, төҫ, шулай уҡ эшләү стиленә тап килмәгән биҙәүестәр күбәйҙе. Селтәр-һаҡалды алғанда ла, бөгөн ҡулына энә тота алған һәр кем эшләргә ынтыла. Был йәһәттән мине иң ныҡ борсоғаны – милли ҡомартҡыларыбыҙҙың бәҫе аҡрынлап юғала барыуы: күптәр тота ла төрлөсә яһап, бәйләп, сигеп, хатта шуның дөрөҫлөгөн иҫбат итергә тырыша. Һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, милли кейем үҙенсәлеге аҡрынлап юҡҡа сыға тигән һүҙ. Эшләһендәр, бер һүҙем дә юҡ, таҡһындар, хатта матур, килешә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға, тик белеп башҡарыу кәрәк бит.
– Һәр хәлдә, Әбйәлил районында һаҡал, селтәр яһауҙың нескәлектәрен белгән, ошо шөғөлдө күптән үҙ иткән оҫта инәйҙәр күп. Хәҙер һеҙҙе лә шулар рәтенә индерергә мөмкин. Үҙегеҙ селтәр эшләү серенә кемдән өйрәндегеҙ?
– Үтәгәндән Шәмсиә Мофаззалова, Хөбәйбә Әминева, Асҡарҙан Сәхипъямал Усманова апайҙарға шәхсән барып, нисек эшләү кәрәклегенә төшөндөм. Бала саҡтан өләсәйемдең әйткәндәре, өйрәткәндәре лә күңелдә һаҡлана килгән. Йөҙ йәшлек Латифа өләсәйем селтәрҙәге тәңкәне “ҡатабыҙ” тиер ине. Дөрөҫөрәге, тәңкәне “ҡаҙ тәпәйе” итеп ҡатабыҙ. Уртаһына берҙе алып, өс төрлө нығытабыҙ. Шул сағында тәңкә бөгөнгө күптәрҙең эшләгән селтәрҙәрендәге кеүек тырпайып тормай, ә матур итеп нығынып ултыра.
Быны күптәр хәҙер белмәй ҙә. Иғтибар итһәгеҙ, ҡашмауҙы хәҙер бәләкәстәрҙең көләпәрәһе кеүек эшләй ҙә ҡуялар. Ә ысынында ҡашмауҙың башында тишек ҡалырға тейеш. Һәр ырыуҙың үҙенә генә хас тамғалары һалынған. Мин, Тамъян ырыуы вәкиле булараҡ, бына ҡашмауҙағы тамғам шаҡмаҡлап һалынған. Һуңғы ваҡытта башҡорттоң тамғаһы тип ҡусҡарҙы йыш ҡуллана башланылар, әммә ул ҡырғыҙ һәм ҡаҙаҡ халҡыныҡы иҫәпләнә. Ҡортбаштар ҡашмауҙы бөткәнсе ҡуйған, ә бына ҡойроҡ ҡушҡарға тиклем төшөп тора. Элек бит ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен бушҡа ғына кейеп йөрөмәгән, был йәштәргә кәүҙәне тура тоторға ярҙам иткән, арҡа һөйәк умыртҡаһын, маңлайҙы һаҡлаған. Селтәр күкрәкте сит күҙҙән, төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалау сараһы булып та иҫәпләнгән.
– Биҙәүестәрҙе эшләү серҙәре менән яҡыныраҡ таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Һуңғы ваҡытта биҙәүестәр ниндәй генә атама менән йөрөтөлмәй! Исемдәренә килгәндә лә дөрөҫлөк яғындамын. Мәҫәлән, алмиҙеү тик тәңкәләрҙән генә торған. Ә бөгөн уны тоталар ҙа мәрйендән эшләйҙәр. Түшелдеректең дә үҙ атамаһы бар, уны өләсәйҙәр кейем эсенән кейер ине. Күптәр диалект һөйләше тип тә әйтер, уныһы менән дә килешергә мөмкин. Тик һәр урында дөрөҫлөк тантана итергә тейеш тигән фекерҙәмен. Бөгөн элекке кеүек таҙа мәрйен дә, боронғо тәңкәләр ҙә, аҡыҡ, сулпылар ҙа юҡ. Ә инде ялтыраған һәр әйберҙе селтәргә тағып, уны муйынға элеп йөрөүҙән генә мин бер ниндәй ҙә фәтүә күрмәйем. Селтәрең бәләкәйме-ҙурмы – уныһы мөһим дә түгел, әммә дөрөҫ, зауыҡ менән эшләнгән булыуы мотлаҡ. Ысынлап та, ауыр селтәрҙе көн һайын тағыу мөмкинлеге лә, кәрәге лә юҡ. Ә ул мәҙәни сараларҙамы, төрлө байрамдарҙамы кейелә икән, был күренешкә ыңғай ҡараштамын.
Шулай ҙа үҙемдең бер нисә фекерем менән дә уртаҡлашып киткем килә. Мәҫәлән, тун, пальто өҫтөнән селтәр тағып йөрөгәндәрҙе мин өнәмәйем. Ниңә милли ҡомартҡыбыҙҙың мәртәбәһен төшөрөп, уларҙы мыҫҡыллап тигәндәй кейем өҫтөнән тағырға? Һәр нәмәнең үҙ урыны булырға тейеш. Ҡайҙа, ниндәй һүрәттә күргәнегеҙ бар инәй-өләсәйҙәрҙең селтәрҙәрен шулай тағып йөрөгәнен? Был күренешкә әсенеп ҡарайым. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының селтәр-ҡашмауы бер ваҡытта ла күк, аҡ, зәңгәр, һары төҫтә булмаған, ул тик ҡыҙыл мәрйендән эшләнгән. Ниңә һөнәр арттырам тип төрлө йәйғор төҫтәре кеүек яңыса яһап ҡыланырға? Шулай уҡ бәйләнгән, аҙаҡ улары эт эсәге кеүек һуҙылып йөрөгән селтәр тағып, сәхнәгә сығып, бөтә тамашасы алдында сығыш яһаған әртистәребеҙҙе мин бөтөнләй аңламайым.
Күлдәктәр менән дә шул уҡ хәл. Ҡатлы итәктәр ҡуйып тегеү генә башҡортлоҡто белдермәй, уның да үҙ нескәлектәре етәрлек.
Селтәр өсөн йомшаҡ туҡыма алына, уны кәрәкле үлсәмдә ҡырҡып, тектереп алам. Артабан биҙәүескә милли биҙәк һалына. Мәрйендәр урынына хәҙер магазиндарҙа һатылған сәйләндәрҙе (бисер) ҡулланырға тура килә инде. Әйләнештән сығарылған совет осоро тәңкәләрен һатып алып, уларҙы махсус тиштереп, шуларҙы ҡатам. Ҡортбаштарҙы табыу ҙа хәҙер проблема түгел. Күберәк ҡул эштәре менән көҙҙән алып ҡара яҙға тиклем булышам, әле ҡортсолоҡ эше башланғас, уларҙың барыһы ла матур шкатулкаларға һалынып, йортомдоң иң түрендәге урынға менеп “ҡунаҡланы”, әлегә ял итә.
Һаҡалды бер йыл тирәһе эшләйем, ә бына селтәрҙе тамамларға ике-өс ай ваҡыт етә. Заказ биргәндәргә лә, һатыуға ла үҙем эшләгән әйберҙәрҙе сығарам. Ялҡауланмай, зауыҡлы һәм бар талаптарҙы теүәл итеп эшләгәндә, селтәр-һаҡал һатып алырға теләгәндәр юҡ түгел.
– Үҙегеҙ ниндәй кейемгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Иң ҡулайлыһы – классик кейем, әммә мин уға һәр саҡ заманса һәм боронғоса милли биҙәктәр өҫтәп ебәрәм. Мәҫәлән, оҙон итәкле ҡара классик күлдәккә селтәр таҡҡанда (замансаһын), күлдәк өҫтөнә остарына төлкө тиреһе тегелгән бәрхәт камзул кейеп ебәргәндә, бынамын тигән була. Ял иткәндә, тәбиғәткә сыҡҡанда, ҡортсолоҡ менән булышҡанда спорт стиле уңайлы. Кеше үҙ йәшенә һәм кәүҙәһенә ҡарап кейенергә тейеш тигән фекерҙәмен.
– Мәҙинә Рәсих ҡыҙы, ысынлап та, һеҙ – бар яҡлап уң килгән, талантлы, оҫта ҡуллы, эшсән һәм нәзәкәтле ҡатын. Умартасы, һунарсы, бейеүсе һәм ҡул эштәренә маһир оҫта ла. Артабан да ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен-һүрелмәһен, бал ҡорто кеүек һәр саҡ тырышып “кәрәҙ”егеҙгә бал йыйығыҙ, тирә-яҡтағыларға матурлыҡ өләшеп, бөгөнгөләй балҡып йәшәгеҙ! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!