Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2019, 14:53

Радий Хәбиров – Бөрйәндә!

Республика етәксеһенең районға эш сәфәре Әбделмәмбәт ауылынан башланды.

Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Республика етәксеһенең районға эш сәфәре Әбделмәмбәт ауылынан башланды.
Унда Радий Фәрит улы урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшмәкәрлеге менән танышты һәм мәҙәниәт йортонда ремонт барышын ҡараны.
ФАП мөдире Альмира Ғарифуллина һөйләүенсә, бында ике фельдшер 900 самаһы кешене хеҙмәтләндерә, шул иҫәптән Бәләкәй Ҡыпсаҡ халҡын да. Модулле медпунктты төҙөү 2,8 миллион һумға төшкән. Альмира Ғарифуллина әйтеүенсә, урындағы ошондай учреждениеларҙағы төп проблема – ҡорамалдарҙың иҫкелеге.
“Беҙгә иң күбе балалар, хаҡлы ялдағылар мөрәжәғәт итә. Төп эшебеҙ – сирҙәрҙе иҫкәртеү. Район дауаханаһы табиптары менән бергә диспансеризация үткәрәбеҙ, был сара ауырыуҙы тәүге стадияларында билдәләү мөмкинлеген бирә. Шуныһы һөйөнөслө: ауылыбыҙҙа тыуым кимәле арта, ишле ғаиләләр күп”, – тип һөйләне фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире.
Әйткәндәй, ул үҙе – күп балалы әсә: ике ҡыҙ, өс ул үҫтерә.
Мәҙәниәт йорто иһә урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы ремонтланған. Директоры Фирүзә Ғәлина әйтеүенсә. Әле бинала Ҡыпсаҡ ауыл советы хакимиәте урынлашҡан. Ремонт тулыһынса тамамланғас, мәҙәниәт йорто һәм китапхана ла эш башлаясаҡ. Бинаны яңыртыу ике миллион һумға төшкән, унда ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан.
Читайте нас: