Радий Хәбиров республика етәксеһе вазифаһында беренсе тапҡыр Һабантуй байрамын ҡараны. Бөрйәндә уны халыҡ йырҙары, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.
Байрамдағыларға башҡорт телендә мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров Бөрйән республикабыҙҙағы иң матур ерҙәрҙең береһе икәнен әйтте.
“Район халҡы һабантуйҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Бында талантлы, уңған кешеләр йәшәй. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет теләйем”, – тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе башҡа ҡунаҡтар менән бергә район хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәренең тантаналы йөрөшөн, концертты, милли көрәште, ат сабышын ҡараны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республикала һабантуйҙар быйылдан башлап алкоголһыҙ үтә. Үткән кесаҙнала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был турала закон ҡабул итте.