1 июндә Өфөлә һыу инеү миҙгеле асылды.
Ҡалала ете рәсми пляж бар, улар ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр тарафынан тикшерелгән, таҙартылған. Һәр береһендә ҡотҡарыусылар дежурҙа буласаҡ.
Ағиҙелдә – “Ҡояшлы”, “Йылғасы”, Өфөлә – “Ҡояш яры”, “Сипайлово Сочиһы”, “Ҡомло”, шулай уҡ “Гольфстрим”, “Ожмах яры” пляждары эшләйәсәк.
Ҡотҡарыусылар иҫкәртеүенсә, көндәрҙең йылытыуына ҡарамаҫтан, һыу инергә ашығырға ярамай: һыу 17-19 градусҡаса йылынырға тейеш. Кисә был критерийға Дим йылғаһы ғына ярашлы булған.