Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2019, 22:07

Бейе, йырла, Хәйбулла!

Республикала үткән һабантуйҙар парадын Хәйбулла районы тәүгеләрҙән булып башланы. Байрамды күтәренке кәйеф, ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршы алды улар.

Фотолар Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.
Республикала үткән һабантуйҙар парадын Хәйбулла районы тәүгеләрҙән булып башланы. Байрамды күтәренке кәйеф, ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршы алды улар.
Урындағы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов халыҡты һабантуй уңайынан ихлас ҡотланы, сәсеү батырҙарын, үҙ һөнәре оҫталарын тәбрикләне. Шулай уҡ район тормошона тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандарына Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы сығарылған юбилей миҙалдары тапшырылды.
Быйылғы баҫыу эштәрендә беренсе урынды яулаған механизатор Наил Дәүләтшиндең иңенә “Ялан батыры” таҫмаһы һалынды.


Байрамда тирмәләр баһаланды, ат сабышы, йыр-бейеү, спорт ярыштары, көршәк ватыу, ҡолғаға үрмәләү кеүек конкурстар ойошторолдо. Моң, уйын-көлкө менән үрелеп барған һабантуй һәр кемгә йәй кәйефе өҫтәне.