Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июнь 2019, 19:16

Кемдә нимә, Йылайырҙа – һабантуй!

Йылайыр районы халҡы ошо миҙгелдәге иң байрамдарҙың береһен – һабантуйҙы юғары кимәлдә үткәрҙе.

Фото Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.
Фото Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.
Йылайыр районы халҡы ошо миҙгелдәге иң байрамдарҙың береһен – һабантуйҙы юғары кимәлдә үткәрҙе.


Унда яҙғы баҫыу эшсәндәре тәбрикләнде, йылдағыса, хеҙмәт күрһәткестәре буйынса иң-иңдәр билдәләнде.
Бер-бер артлы теҙелгән тирмәләрҙә һәр милләт вәкилдәренең тормош-көнкүрешен сағылдырған әйберҙәр, милли аш-һыу, ҡул оҫталарының төрлө биҙәүес-әйберҙәре урын алды.


Халыҡ ат сабыштарын ҡараны, бил бирмәҫ батырҙарҙың көрәшен күҙәтте. Бер яҡ ситтәрәк балалар һабантуйы гөрләп үтте.
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне. Йылайырҙар һабантуйҙа рәхәтләнеп ял итте, йыр-моң тыңланы, төрлө конкурстарҙа ҡатнашты, дуҫтары, туғандары менән аралашты. Айыҡ байрам ғәжәп күңелле, шәп үтте!
Читайте нас: