Бөрйәндә ете йәшлек малай һыуға батҡан.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, дүрт, алты һәм ете йәшлек малайҙар һыу инергә барған. Араларында иң өлкәне алыҫҡа йөҙгән һәм төпкә киткән... Уны ҡотҡара алмағандар.
Ҡотҡарыусылар граждандарҙан ҡәтғи талап итә: хәүефһеҙлек сараларын һаҡлағыҙ, бәләкәй балаларҙы йылға-күл буйына яңғыҙ ебәрмәгеҙ, таныш булмаған урындарҙа һыу инмәгеҙ, ярҙан йыраҡҡа йөҙмәгеҙ!