Бөгөн Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһының исемен һәм уны биҙәү стилен һайлау буйынса тауыш биреү башланды.
Эксперттар төркөмө һайлауға исемдең ун төрөн һәм бер-нисә төр дизайн вариантын тәҡдим итә. Уны эшләп сығарыу мәлендә дизайнерҙар милли колоритҡа һәм республиканың йәмәғәт транспорты биҙәлеше төҫтәренә таянған.
Башҡортостан кешеләре тауыш биреп кенә ҡалмай, үҙ варианттарын да тәҡдим итә ала.
Тауыш биреү Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының “Бәйләнештә”, “Фейсбук” һәм “Класташтар”ҙағы рәсми төркөмдәрендә бара. Ул 10 июнгә тиклем дауам итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1 июлдән Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауаттың ҡала һәм ҡала яны маршруттарында Берҙәм транспорт картаһы эшләй башлаясаҡ.