Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2019, 12:21

Луизаны тапҡандар, ахыры...

Луиза Хәйруллина һәм уның ғаиләһе юғалыуға бер аҙна ваҡыт үтеп тә китте. Күптәр уны үҙе эшләгән банктан ҙур сумма алып ҡасып, йәшенеп ята тип фаразлаһа, улар өсөн борсолоусылар ҙа бар. Әллә берәй ҡурҡыныс ваҡиғаға тарынымы икән ғаилә? Алама уйлы кешеләр ғаиләгә янап, аҡса талап итмәнеме икән?

Былай уйларға сәбәп тә килеп сыҡты. Әле яңыраҡ асыҡланыуынса, ғаиләнең юғалыуының икенсе көнөнә Луизаның атаһы полицияға ғариза биргән булған. Уның һүҙҙәренсә, ҡыҙы, кейәүе һәм ике ейәнсәре 27 май көндө таң менән өйҙән сығып киткән һәм ғәйеп булған. Әйткәндәй, Луизаның апаһы ла улар менән бергә, тигән фараз бар.

Белгестәр фекеренсә, уларҙың ғәйеп булыуы – бик ентекле уйланылған операция. Унда Луизаның ире, Тажикстан кешеһе Марат Хәйруллиндың ҡатнашыуы бик ихтимал. Фараз ителеүенсә, улар ирҙең тыуған яғына киткән.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.