Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2019, 12:50

Тәүге пассажирҙар Венаға осто

Бөгөн Өфө халыҡ-ара аэропортынан Австрияның баш ҡалаһы Венаға тура авиарейс асылды. "Utair" авиакомпанияһы менән берлектә әҙерләнгән осоу программаһы 2020 йылдың июненә тиклем иҫәпләнгән.

Бөгөн Өфө халыҡ-ара аэропортынан Австрияның баш ҡалаһы Венаға тура авиарейс асылды. "Utair" авиакомпанияһы менән берлектә әҙерләнгән осоу программаһы 2020 йылдың июненә тиклем иҫәпләнгән.


Был реестарҙа 126 пассажирға тәғәйенләнгән Boeing 737-500 самолеттары осасаҡ. Өфөнән самолеттар дүшәнбе һәм йома урындағы ваҡыт менән иртән 10 тула 15 минуттан, ә Венан көндөҙгө сәғәт 1-ҙә ҡуҙғала.


Белгестәр фекеренсә, тура рейс Австрия менән иҡтисади бәйләнештәр урынлаштырыуға, мәҙәниәт өлкәһендә ҙур саралар уҙғарыуға булышлыҡ итәсәк, Европаның күп илдәренә барыу мөмкинлеген бирәсәк. Шуға ла был авиарейстың уңышлы эшләйәсәгенә ныҡлы ышана ойоштороусылар.


Әйткәндәй, былтыр Башҡортостандың баш ҡалаһынан төрлө ҡитғаларға осҡан пассажирҙарҙың өстән бер өлөшө "Utair" авиакомпаниһы хеҙмәттәре менән файҙаланған.


Бөгөн иртән, яңы һауа бәйләнешен асыу айҡанлы, Өфө аэропортында тантаналы сара уҙҙы. Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбдрәхимов, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов, Өфө халыҡ-ара аэропорты генераль директоры Александр Андреев, "Utair" aвиакомпанияһының вице-президенты Игорь Белоконь ҡатнашты.


Европаның йөрәгендә урынлашҡан ҡалаға рейс асылыуын ҡайһы берәүҙәр Европаға тәҙрә асыуға тиңләй, сөнки Вена аша ҡайһы бер илдәргә барыу күпкә еңелләшә. Етмәһә, Вена Европаның иң матур ҡалаһы иҫәпләнә, шулай уҡ Башҡортостанға ла туристар ағымын арттырыра булышлыҡ итер, тип көтөлә.


Яңы рейс асылыуға пассажирҙар ҙа шат.

- Мин Братислава ҡалаһында йәшәйем, әле Белоретҡа, атай-әсәйемдәргә ҡунаҡҡа ҡайттым. Яңы авиарейс минең өсөн бик уңайлы, сөнки Вена менән Братислава араһы 50 километр ғына. Быға тиклем Мәскәү аша ғына йөрөнөк, юл хаҡы ике тапҡырға ҡиммәткә төшә ине, - ти Елена Филоненко.


Автор фотоһы.



Читайте нас: