Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2019, 15:58

Янабыҙ, батабыҙ, ҡолайбыҙ...

Республикала бер аҙна эсендә генә 197 янғын сыҡҡан. Уларҙа ете кеше һәләк булған, 20-һе ҡотҡарылған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.

Республикала бер аҙна эсендә генә 197 янғын сыҡҡан. Уларҙа ете кеше һәләк булған, 20-һе ҡотҡарылған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.


7,4 гектар майҙанда өс урман янғыны теркәлгән.


Ун кеше бейеклектән ҡолап төшкән, уларҙың өсәүһе – балалар. Баймаҡтан - бер йәшлек, Стәрлетамаҡтан дүрт йәшлек сабый дауаханала, Нефтекаманан 16 йәшлек үҫмер һәләк булған.


Һыу инеү миҙгеле асылыуы ла бәлә менән тамамланды. 1 июндә Ағиҙелдә ете йәшлек Бөрйән малайы батып үлгән.


Ҡотҡарыу хеҙмәтенә Ҡырмыҫҡалы һәм Туймазы райондарынан ҡыйыҡ емерелеүе һәм электр менән тәьмин итеү боҙолоуо тураһында 157 мөрәжәғәт килгән. Ремонт эштәре бөгөн кис тамамланасаҡ.


Фото: gtrk.tv
Читайте нас: