Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2019, 15:32

20,5 миллион һумды алып сыҡҡан...

Ял көндәрендә билдәһеҙ енәйәтсе Өфө ҡалаһы янындағы Зубов ауылындағы йортҡа төшкән. Ул бөтә ҡиммәтле биҙәүестәрҙе һәм ҡулаҡсаны урлаған.

Ял көндәрендә билдәһеҙ енәйәтсе Өфө ҡалаһы янындағы Зубов ауылындағы йортҡа төшкән. Ул бөтә ҡиммәтле биҙәүестәрҙе һәм ҡулаҡсаны урлаған.


Хужабикә полицияға кисә, дүшәмбелә генә мөрәжәғәт иткән. Ул әйтеүенсә, ишек бикһеҙ булған. Кемдер өйҙә ятҡан барлыҡ байлыҡты, шул иҫәптән сейфты асып, ундағы 20 миллион һумды ла алған.


Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҙур күләмдә урлашҡан өсөн закон боҙоусыға 10 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү һәм бер миллион һумғаса штраф янай.


Фото: windowenhancementsllc.com
Читайте нас: