Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2019, 13:07

Ҡатын-ҡыҙ һәм карьера

Етәкселек тажын фатир ишегенең артында ҡалдырырға өйрәнегеҙ.

Етәкселек тажын фатир ишегенең артында ҡалдырырға өйрәнегеҙ.
Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып ҡатын-ҡыҙ әсә, хужабикә һәм ғаилә усағын һаҡлаусы һанала. Әммә ваҡыт үтә килә, “заман башҡа – заң башҡа” тигәндәй, донъяға ҡараш та, ҡиммәттәр ҙә үҙгәрә. Беҙ йәшәгән осор замана ҡатын-ҡыҙына ниндәй талаптар ҡуя ла ниндәй офоҡтар аса?
Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселеге, әсә, хужабикә роле менән генә сикләнеп ҡалмайынса, үҙен яҡшы хеҙмәткәр, уңышлы белгес итеп тә күрергә теләй. Ир-егеттәр менән бер рәттән карьера яһау, юғары квалификациялы белгес булыу хыялы уларҙы социаль әүҙемлеккә этәрә.
Бер ҡатындың һөйләгәндәренән:
“Йәшләй генә, университеттың икенсе курсында уҡыған саҡта уҡ, кейәүгә сыҡһам да, миндә бала бағып, ғаиләмде ҡарап өйҙә ултырам, хужабикә булам тигән теләк булманы. Юғары уҡыу йортон тамамлап, бер йыл эшләгәс, бала таптым. Улым менән ике йылдан ашыу декрет ялында ултырғандан һуң кире эшемә ҡайттым. Тиҙҙән мине бүлек етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Тормош иптәшем быға артыҡ әһәмиәт бирмәне, “ҡуйғастар, яҡшы булған”, тиеү менән сикләнде. Өс йыл самаһы бүлек етәксеһе вазифаһын уңышлы ғына башҡарғандан һуң үҙебеҙҙең фирмала директор вазифаһын тәҡдим иттеләр. Хаҡлы ялға йыйынған хужабыҙ үҙе минең кандидатурамды күрһәтте, коллектив та хупланы. Атай-әсәйем, туғандарым: “Ризалаш, кеше эшләмәгән эш түгел, булдырырһың”, – тип теләктәшлек белдерҙе. Тик ирем генә, ҡырҡа ҡаршы төшмәһә лә, “Нимәгә ул һиңә баш ауырыуы, үҙ урыныңда ғына ултырһаң, етмәйме?” тип ризаһыҙлығын әйтте.
Бына ярты йылдан ашыу яңы вазифаламын. Етәксе булыу ҙур яуаплылыҡ, ныҡышмаллыҡ, түҙемлек талап итә. Күп нәмәләрҙе аңлап, айышына төшөнөү (бигерәк тә бухгалтерия, кадрҙар эше) ваҡытымды ала. Шул уҡ мәлдә өҫтәрәк торған етәкселәр менән дә уртаҡ тел таба белергә кәрәк, коллективыңды ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Әкренләп барыһы ла яйға һалынып килә, эштә лә абруйым арта, тик ирем яғынан ғына аңлау, ярҙам һәм теләктәшлек юҡ. Саҡ ҡына тотҡарланһам йә иһә берәй мәсьәлә килеп сығып, күңелем төшөп ҡайтһа, ул: “Әйттем бит һиңә, ташла шул эшеңде, күс кире бүлек етәксеһе булып, йә бөтөнләй өйҙә ултыр”, – тип битәрләргә тотона.
Ирем – ябай белгес, етәксе булам, карьера яһайым, тигән ынтылышы бөтөнләй юҡ. Ә мин ауыр булһа ла эшемде яратам, ышаныс белдергән, өмөт бағлаған коллективымды ла ташлап киткем килмәй. Әммә хәлдең былай дауам итеүе ғаилә карабыбыҙҙы ҡомға килтереп терәр кеүек...”
Психологтар бөгөнгө гүзәл зат вәкилдәрен карьераға мөнәсәбәте буйынса өс төркөмгә бүлә. Беренсе төркөм һәр саҡ белем алыуға, юғарыраҡ вазифа биләүгә ынтыла. Ғаилә ҡороу, балалар табыу был осраҡта бер аҙ артҡы планға күсә. Икенсе төркөмгә ҡараған ҡатын-ҡыҙ ғаиләне беренсе урынға ҡуя. Улар йәшләй кейәүгә сыға, бала таба, ә карьера менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай. Өсөнсө төркөм өсөн ғаилә лә, карьера ла берҙәй мөһим.
Юғары вазифаға үрләгән ҡатын-ҡыҙ яҡшы хужабикә, әсә була алмай, тигән фекерҙе беҙҙең йәмғиәттә йыш ишетергә тура килә. Әммә тормоштағы аныҡ миҫалдар был ҡарашты шик аҫтына ҡуя. Беҙҙең әйләнә-тирәбеҙҙәге күпме ханымдар бәхетле ғаилә тормошон һәм уңышлы карьераны бергә алып бара бит! Быға өлгәшеү юлдары ниндәй икән?
Беренсенән, карьера яһау маҡсаты һәм хеҙмәт баҫҡыстары буйлап юғарыға үрләү мөмкинлеге бар икән, яҡындарығыҙҙың, айырыуса ирегеҙҙең һеҙҙе хуплауы, кәрәк саҡта ярҙамға килергә әҙер булыуы шарт. Ҡайһы бер ирҙәр ҡатындарының үҙенән күберәк эш хаҡы алыуын, юғарыраҡ вазифа биләүен бик ауыр кисерә. Бер танышымды эш урынында үрләткәндән һуң, ире: “Тағы ла бер баҫҡысҡа юғарыраҡ менһәң, беҙ һинең менән айырылышабыҙ”, – тигән шарт ҡуйған. Шуға күрә баштан уҡ ошо һорауҙарға яуап бирегеҙ: хәләлегеҙ теләктәшме, уңыштарығыҙға һөйөнәме, карьера ғаилә тормошоғоҙға зыян килтермәҫме? Уй-хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ хаҡында тормош иптәшегеҙ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ. Һөнәри үҫеш, алға ынтылыш һеҙгә мөһим булыуын, быларҙың һеҙҙе шәхес булараҡ үҫтереүен ул белеп торһон, күңелегеҙҙәген аңлаһын.
Икенсенән, алтын урталыҡты һайлаған, йәғни “50-гә 50” тигән ҡарашта торған хәлдә лә, ҡатын-ҡыҙ ғаиләһенә бер генә процентҡа булһа ла күберәк өҫтөнлөк бирергә тейеш, сөнки эшегеҙ ни тиклем яҡшы, аҡсалы, күңелегеҙгә хуш килгән булмаһын, ул барыбер ғаилә бөтөнлөгөн, яҡындарығыҙҙың һөйөүен, йөрәк йылыһын алмаштыра алмай.
Тағы бер ҡағиҙәне иҫтән сығарырға ярамай: ғаилә менән эште бутауҙың кире һөҙөмтәләргә килтереүе бар. Эштәге проблемаларҙы хеҙмәт урынында ҡалдырығыҙ, өйҙәге хәл-ваҡиғаларҙы ла унда һөйрәп бармағыҙ. Ваҡытты дөрөҫ бүлә һәм файҙалана белеү зарур: эш сәғәттәрендә туғандарығыҙға, дуҫ-иштәрегеҙгә шылтыратып, Интернет селтәрендә ултырып, һуңынан ғаиләгеҙ һеҙҙе киске ашҡа көткән мәлдә хеҙмәттәштәрегеҙ менән теге йәки был мәсьәләне барлау, ҡалып эшләү – төптө хата алым. Гел генә эшендә тотҡарланып, һуңға ҡалып ҡайтҡан ҡатын һәм әсәнән ире һәм балалары һыуынып, аралар йырағая башламаҫ, тип берәү ҙә әйтә алмай. Ял көндәрен тулыһынса ғаиләгеҙгә арнағыҙ, тормош иптәшегеҙ һәм балаларығыҙ менән ниндәйҙер уртаҡ эш, яңы шөғөл табыу һеҙҙең ғаилә ептәрен нығытып ҡына ебәрәсәк. Был йәһәттән бер етәксе ханымдың фекерен килтереп үтеү урынлы булыр: “Мин ғаиләмә үҙемдең етәкселек тажымды фатирым ишегенең теге яғында ҡалдырып ҡайтып инәм, сөнки ғаиләлә мин – хужа түгел, ә ябай ҡатын, әсә һәм хужабикә”.
Ғаилә тормошон һәм карьераны бер тигеҙ алып барыу тәүге ваҡытта ауыр, йырып сыҡҡыһыҙ мәсьәлә булып күренһә лә, теләк булғанда һәм йөрәк аҡылын ҡушҡанда, кеше атҡарып сыға алмаҫлыҡ ғәмәл юҡ. Ғаилә һәм карьера – икеһе ике сиктә торған, бер-береһе менән бөтөнләй һыйыша алмаҫлыҡ төшөнсәләр түгел, ә замана ҡатын-ҡыҙы бәхетенең айырылғыһыҙ өлөштәре ул.
Читайте нас: