Төбәк етәксеһе Бөрйән районында булды.
Үткән шәмбелә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды. Урындағы халыҡ республика етәксеһен шатланып та, тулҡынланып та ҡаршы алды. Осрашыу шундай матур мәлдә булды: Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө, өҫтәүенә һабантуй, етмәһә, һауа торошо ап-аяҙ, ҡояш... Бындай мөхит һәр кемдең кәйефен тағы ла күтәреп, 1 июнде уртаҡ байрамға әйләндерҙе.
Әбделмәмбәттә тыуым кимәле арта
Республика етәксеһенең районға эш сәфәре Әбделмәмбәт ауылынан башланды. Унда Радий Фәрит улы урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктының эшмәкәрлеге менән танышты һәм мәҙәниәт йортонда ремонт барышын ҡараны.
ФАП мөдире Әлмира Ғарифуллина һөйләүенсә, бында ике фельдшер 900 самаһы кешене хеҙмәтләндерә, шул иҫәптән Бәләкәй Ҡыпсаҡ халҡын да. Модулле медицина пунктын төҙөү 2,8 миллион һумға төшкән. Әлмира Ғарифуллина әйтеүенсә, урындағы ошондай учреждениеларҙағы төп проблема – ҡорамалдарҙың иҫкелеге.
– Беҙгә күбеһенсә балалар, хаҡлы ялдағылар мөрәжәғәт итә. Төп эшебеҙ – сирҙәрҙе иҫкәртеү. Район дауаханаһы табиптары менән бергә диспансерлаштырыу үткәрәбеҙ, был сара ауырыуҙы тәүге стадияла билдәләү мөмкинлеген бирә. Шуныһы һөйөнөслө: ауылыбыҙҙа тыуым кимәле арта, ишле ғаиләләр күп, – тип һөйләне фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире. Әйткәндәй, ул үҙе – күп балалы әсә: ике ҡыҙ, өс ул үҫтерә.
Мәҙәниәт йорто иһә урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы ремонтланған. Директоры Фирүзә Ғәлина әйтеүенсә, әле бинала Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте урынлашҡан. Ремонт тулыһынса тамамланғас, мәҙәниәт йорто һәм китапхана ла эш башлаясаҡ. Бинаны яңыртыу ике миллион һумға төшкән, был ғәмәлдә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашҡан.
Әбделмәмбәт халҡы спорт һөйөүе, үҙҙәрендә төрлө ярыштар үткәреүе менән киң билдәле. Әммә уларҙа бығаса махсус шөғөлләнеү урыны юҡ ине.
Быйыл иһә ауылда — спорт комплексын проектлау, 2020 йылда төҙөлөш башлана. Урындағы мәктәпте ҡарағас, республика етәксеһе Радий Хәбиров шундай күрһәтмә бирҙе. Спорт ҡоролмаһын төҙөүҙең уртаса хаҡы 10 миллион һум тип баһалана.
Ауыл мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев Радий Фәрит улына уҡыусыларҙың спорт буйынса уңыштары хаҡында һөйләне. Улар араһында күптәр – полиатлон, еңел атлетика, йөҙөү буйынса республика йыйылма командаһы ағзалары. Мәктәптең шулай уҡ хоккей командаһы бар, ауылда йыл да Ҡышҡы Ҡыпсаҡ уйындары үтә.
— Беҙҙең балалар хатта керлинг уйнай. Бының өсөн ҡорамалдарҙы үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, – тип һөйләне директор. – Йәштәребеҙ бик әүҙем, спорттың күп төрө менән шөғөлләнә.
Мәктәптә робот техникаһы класы ла бар, 3D-принтер һәм башҡа ҡорамалдар алғандар. Уҡыусылар йыл да был йәһәттән республика конкурстарында ҡатнаша, күп тапҡыр призер булып танылған.
– Ауылығыҙ матур. Йәштәрҙең тыуған төйәгендә ҡалыуы, тыуымдың артыуы айырыуса ҡыуандыра, – тине Радий Хәбиров.
Урындағы халыҡ республика етәксеһе менән аралашыу барышында юлдарға асфальт һалыу, ауылға газ үткәреү мөмкинлеген ҡарауҙы һораны. Радий Фәрит улы тейешле ведомстволарҙың был мәсьәләне иғтибарға аласағын әйтте.
Ун өс ауылды хеҙмәтләндерә, ә стоматолог юҡ...
Байназар ауылы амбулаторияһына тағы өс табип киләсәк, шулай уҡ тәүлек әйләнәһенә дауаланыу мөмкинлеген биргән биш койка-урын өҫтәләсәк.
Бындағы медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы менән һөйләшкәндә республика етәксеһе ошо хаҡта белдерҙе. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин Радий Фәрит улына 2015 йылға тиклем амбулаторияла 25 койка булғаны, уларҙың 15-енең тәүлек әйләнәһенә ҡабул иткәне хаҡында һөйләне. Хәҙер иһә – унау ғына.
– Беҙгә тар профилле белгестәр етешмәй, хатта үҙебеҙҙең стоматолог та юҡ, – тип һөйләне ауыл халҡы. – Ә бит амбулатория 13 ауылдан алты мең самаһы кешене хеҙмәтләндерә! Шулай уҡ ҡайһы бер ҡорамалдарҙы ла яңыртырға кәрәк.
Республика етәксеһе белгестәр мәсьәләһенә бәйле Башҡорт дәүләт медицина университетында маҡсатлы йүнәлеш буйынса белем алғандарға иғтибар бирергә тәҡдим итте. Уҡыу йортоноң өс сығарылыш студенты быйыл уҡ Байназарға эшкә киләсәк.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин, муниципалитеттағы тораҡ пункттарҙың бер-береһенән алыҫ урынлашыуы сәбәпле, ҡайһы бер ауылдарға барыуҙың күп ваҡыт алғанын билдәләне. Был медицина ярҙамы күрһәтеү сифатына кире йоғонто яһай. Яуап итеп, Радий Хәбиров сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”нең көн тәртибенә Бөрйәндә һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу мәсьәләһен индерергә күрһәтмә бирҙе.
Урындағы балалар баҡсаһын да киңәйтеү талап ителә. Ул 35 урынға ғына иҫәпләнгән, ә тәрбиәләнеүселәрҙең һаны – 57.
Байназар халҡы һыу инеү урындарын төҙөкләндереүҙе лә һораны. Радий Хәбиров район етәксеһенә был мәсьәләне 1 июлгә тиклем хәл итергә ҡушты.
Киләһе йыл, ниһайәт, Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдарын тоташтырасаҡ Ағиҙел күпере файҙаланыуға тапшырыла.
Билдәле булыуынса, төҙөлөш өс йыл элек башланғайны. Эш графиктан күпкә артта ҡалды, өҫтәүенә район хакимиәте менән подрядсы араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуҙы. Килешеү өҙөлдө, күперҙе яңы подрядсы төҙөйәсәк.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов республика етәксеһе Радий Хәбировҡа был эштең тамамланыуға табан барғанын хәбәр итте. Әлегә урындағы халыҡ йәйәүлеләр өсөн ағас күперҙән файҙалана.
Ағас эшкәртеүселәр “Инвестиция сәғәте”нә киләсәк
Бөрйән районының Ҡурғашлы ауылында йомшаҡ япраҡлы ағастарҙы эшкәртеү буйынса “Белпромресурс” йәмғиәте 2015 йылда “Селена” компанияһы менән килешеү буйынса булдырылған.
Әле унда 34 кеше эшләй. Йәмғиәтте үҫтереүгә 110 миллион һум инвестиция йәлеп итеү планлаштырыла, шул иҫәптән уның 70 миллионы – ҡорамалдар алыуға, 16 миллионы транспорт паркын яңыртыуға йүнәлтеләсәк.
“Селена” ағас эшкәртеү компанияһының башҡарма директоры Владимир Котков республика етәксеһе Радий Хәбировҡа ҡайындан төрлө таҡталар етештереүҙәре, уларҙың халыҡта ҙур һорау менән файҙаланғаны хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Ҡытай партнерҙарын ҡарайтылған мебель таҡталары ҡыҙыҡһындырған, уларҙы сит илгә сығарыу башланған.
Радий Хәбиров республиканың предприятиеға төбәктең экспорт мөмкинлектәрен файҙаланыуға ярҙам итәсәген белдерҙе. Шулай уҡ ул проектты ныҡлы тикшереү өсөн ағас эшкәртеү буйынса предприятие етәксеһен “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы.
Республика етәксеһе – һабантуйҙа
Радий Хәбиров республика етәксеһе вазифаһында беренсе тапҡыр Һабантуй байрамын ҡараны. Бөрйәндә уны халыҡ йырҙары, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.
Байрамдағыларға башҡорт телендә мөрәжәғәт итеп, Радий Фәрит улы Бөрйәндең республикабыҙҙағы иң матур ерҙәрҙең береһе икәнен әйтте.
– Район халҡы һабантуйҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Бында талантлы, уңған кешеләр йәшәй. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет теләйем, – тине ул.
Төбәк етәксеһе башҡа ҡунаҡтар менән бергә район хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәренең тантаналы парадын, концертты, милли көрәште, ат сабышын ҡараны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республикала һабантуйҙар быйылдан башлап алкоголһеҙ үтә. Үткән кесаҙнала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был турала закон ҡабул итте.
“Бөрйәндә яҡты күңелле кешеләр йәшәй”
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөрйәндә үткән һабантуйға юғары баһа бирҙе. Уның фекеренсә, урындағы властың бурысы – был байрамды халыҡ ял итерлек, үҙен уңайлы тойорлоҡ итеп үткәреү.
Радий Хәбиров шулай уҡ сарала алкоголь һатыуҙы тыйыуға бәйле аңлатма бирҙе.
– Республика халҡы быға өйрәнәсәк. Һабантуйҙа йәш быуындың күп икәнен дә оноторға ярамай. Бөрйәндә әле Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан балалар һабантуйы уҙғарылды. Кәйефем яҡшы – бында яҡты күңелле кешеләр йәшәй, – тине Радий Фәрит улы.
Шүлгәнташ тыуҙырған уйҙар...
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Бөрйәнгә эш сәфәре данлыҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскурсия менән тамамланды.
Унан алда төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ошондағы тарихи-мәҙәни комплекстың төҙөлөш барышын ҡараны. Музей булдырыуҙың маҡсаты – мәмерйәнең үҙенсәлекле палеолит рәсем сәнғәтен һаҡлау һәм төбәккә туристарҙы күберәк йәлеп итеү. Проект буйынса, ул өс ҡатлы буласаҡ, дөйөм майҙаны – дүрт мең квадрат метр. Ғилми-тикшеренеү өсөн лаборатор комплекс, фонд һаҡлағыс, археологик экспонаттар музейы эшләйәсәк.
– Ҡеүәтле ғилми-тикшеренеү, мәғариф, этномәҙәниәт үҙәге буласаҡ ул, – тине Башҡортостан мәҙәни мираҫының күсемһеҙ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
Радий Хәбиров Шүлгәнташ мәмерйәһенең бер нисә залында булды. Шул иҫәптән туристар өсөн ябыҡ өлөштә лә. Ул 20 мең йылдан ашыу элек ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында эшләнгән. Республика етәксеһенә ошо йәһәттән ниндәй саралар атҡарылғаны хаҡында һөйләнеләр.
Билдәле булыуынса, республика Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә заявка бирҙе.
– Әле беҙ туристар өсөн инфраструктура булдырыу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Улар яҡшы, уңайлы шарттарҙа сәйәхәт ҡылырға тейеш. Был Бөрйәндең иҡтисады өсөн дә мөһим. Киләһе йыл ошо эштең тәүге этабын тамамларбыҙ тип ышанам. Уникаль һүрәттәрҙе һаҡламау енәйәт булыр ине, – тине Радий Фәрит улы. – Боронғо ваҡытта, халыҡ ауыр шарттарҙа йәшәргә тырышҡанда ла, араларында ҡараңғыла һүрәт төшөргәндәр булған. Асылда, кеше ошондай ғәмәлдәре менән күркәм. Шуның өсөн дә бында айырыуса көслө тойғолар кисерәм.