Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2019, 12:41

Их, бала...

Бөрө ҡалаһының “Аҡсарлаҡ” балалар лагерында үлемесле фажиғә булған.

Бөрө ҡалаһының “Аҡсарлаҡ” балалар лагерында үлемесле фажиғә булған.


Өс үҫмер ирекмән сифатында лагерь биләмәһендәге уйын майҙансығына волейбол селтәре һуҙырға килә. Эш барышында уларҙың береһе алты метрлыҡ флагштоктың беркеткес таяуын һурып ала. Һөҙөмтәлә тимер торба уның өҫтөнә ауа. Алған йәрәхәттәренән үҫмер “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте килгәнсе вафат була.


Республика буйынса Тәфтиш комитетында мәғлүмәтте раҫланылар. Әлеге мәлдә осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара.


Фото: “Башинформ”
Читайте нас: