3-4 июндә Башҡортостанда иҫкән көслө ел 27 бинаның ҡыйығын емергән. Атап әйткәндә, Күгәрсен, Миәкә һәм Стәрлебаш райондары халҡы зыян күргән.
Вафат булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ.
Ел емергән ауылдарға белгестәр бригадалары, материалдар һәм ҡыйыҡ өсөн тимерҙәр ебәрелгән. Шәхси йорттарҙың ҡыйыҡтары шулай уҡ тиҙ арала ремонтланасаҡ.
Райондарҙағы хәл даими контроль аҫтына алынған.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.