Агросәнәғәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының ауыл биләмәләрен үҫтереү бүлеге начальнигы Рәфис Зәйнуҡовҡа һәм ревизия эше бүлегенең белгес-эксперты Юлиә Саблинаға "Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексының маҡтаулы хеҙмәткәре" тигән мәртәбәле исем бирелде. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының Урман хужалығы секторы баш консультанты Азамат Нарбутин, "Транспорт идаралығы" учреждениеһының водителе Фәнис Әсәнов, ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Ләлә Дәүләтбаева һәм Юрий Лысов, эш башҡарыу һәм административ эш секторы мөдире Светлана Плотникова федераль ведомствоның Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.