Киң мәғлүмәт сараларында, интернет селтәрҙәрендә кеше юғалыуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйҙән сығып китеп юғалғандарҙың күбеһе үле килеш табыла, йә бөтөнләй хәбәрһеҙ юғала. Бындай хәлдәр сит илдәрҙә лә йыш осрай. Мәҫәлән, Кипрҙағы Коккинопезоула тип аталған ағыулы күлдә сериялы үлтереүсенең алтынсы ҡорбанын тапҡандар.
Апрелдең уртаһында Митсеро ауылы эргәһендәге шахтала тәүге ҡатындың үле кәүҙәһе табыла. Ул 2018 йылдың майында юғалған Филиппин гражданы булып сыға. Ошоға бәйле полиция бер нисә шикле кешене ҡулға ала һәм уларҙың береһе үлтереүгә ҡатнашлығы барлығын белдерә. Бер нисә көндән шул уҡ шахтала тағы ла бер ҡатындың кәүҙәһе табыла.
Әле енәйәт ҡылыуҙа 35 йәшлек хәрби кеше ғәйепләнелә. Һуңғы мәғлүмәт буйынса биш ҡатын һәм ике бала уның ҡорбаны булыуы ихтимал. Улар барыһы ла сит ил граждандары. Ҡорбандарҙың кәүҙәһе шахта һәм урындағы ағыулы ҡалдыҡтар ятҡан күлдә табылған. Мәйеттәрҙең ир йә ҡатын-ҡыҙ енесенә ҡарауын билдәүе лә ауыр. Маньяк уларҙың кәүҙәләрен бәйләп, ауыр керамик плитә һалынған чемоданға тығып, күлгә батырған.
Әле алты йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен эҙләү дауам итә.