Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 20:49

Луиза: “Барыһы ла яҡшы, ҡайҙалығыбыҙҙы әйтә алмайым...”

Социаль селтәрҙәрҙә банктан 25 миллион һум аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллина исеменән хәбәр баҫылып сыҡты. 

Социаль селтәрҙәрҙә банктан 25 миллион һум аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллина исеменән хәбәр баҫылып сыҡты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 майҙа Салауат ҡалаһында йәшәгән 35 йәшлек өлкән кассир үҙе эшләгән “Россельхозбанк”тан 25 миллион һум аҡса урлап, ғаиләһе менән ғәйеп булғайны.


Ә интернетта бөтә ил тиерлек уның был ҡылығын яҡлап сығыш яһаны, хатта уларҙы яуаплылыҡтан азат итеүҙе һорап, петиция яҙылды.


Ғаиләнең серле шарттарҙа юғалыуына икенсе аҙна үтеп барһа ла, уларҙың ҡайҙалығын һаман бер кем белмәй. Луизаның туғандары журналистар менән аралашыуҙан баш тарта.


Бөгөн иһә Инстаграмда @luikhair тигән ник (исем) аҫтында йәнәһе Луиза исеменән пост баҫылды.


“Беҙҙең яҙмышыбыҙ ҡыҙыҡ булған һәр кемгә хәйерле көн. Беренсе сиратта шуны һорайым: әшәке һүҙҙәр яҙмағыҙ. Беҙгә барлыҡ фотоларҙы ла юйып ташларға тура килде. Беҙҙең барыһы ла яҡшы, ҡайҙалығыбыҙҙы әйтә алмайым. Барығыҙға ла булышлыҡ өсөн рәхмәт”, – тиела унда.


Был, ысынлап та, Луиза Хәйруллинаның аккаунтымы икән? Билдәле түгел. Был яңғырауыҡлы эштә “хайп” тотоп ҡалырға теләүселәр булыуы ла ихтимал.


Шуныһы ҡыҙыҡ, пост аҫтына бейек биналы ҡала фотоһы беркетелгән. Яҡынса күҙаллау буйынса, был Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Нурсолтан.


Фото: Инстаграм
Читайте нас: