Башҡортостан юлдарында авария хәүефе янаған 136 урын бар. Ул участкаларҙа юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлә. Өфөлә улар йөҙҙән ашыу. Былтыр нәҡ шул урындарҙы 28 кешенең ғүмере өҙөлгән, 400-гә яҡыны тән йәрәхәте алған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында һәләк булғандар һаны бер ҙә кәмемәй. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республика юлдарында 550 кешенең ғүмере өҙөлһә, уларҙың 21-е балалар, ә тән йәрәхәттәре алғандар һаны 5500-ҙән ашып киткән. Һуңғы биш йыл эсендә юл-транспорт фажиғәләрендә 3200 кешенең вафат булыуын иҫәпкә алғанда, был бер район үҙәге халҡын юғалтыуға тиң.
Бөгөн хәүефле урындарҙағы хәлде асыҡлау, көйләү маҡсатында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар сираттағы рейдҡа сыҡты. Әле был урындар тикшерелә, тәҡдимдәр индерелә