Һәр ваҡыт табип булып уйнай ул. Аҡ халат кейеп, ҡулына фонендоскоп тотҡан ҡыҙыҡай әхирәттәренең һаулығын тикшерә. Үҙе лә әсәһе менән табиптарға йыш йөрөгәс, уларҙың холоҡ-фиғелен яҡшы белә. Ул “ауырыуҙар” менән ихлас һөйләшә, “рецепт яҙып”, тейешле дарыуҙар менән дауаланырға ҡуша. Эйе, Венераның мәктәптән һуң медицина институтына уҡырға инеүе һис тә осраҡлы түгел.
Бөгөн Шишмә үҙәк район дауаханаһы баш табибының поликлиника буйынса баш табип урынбаҫары вазифаһын башҡарған Венера Самат ҡыҙы ҡояшлы Үзбәкстанда тыуған. Бала сағы ла, йәшлек йылдары ла ошо төбәктә үтә. Ташкент дәүләт медицина институтын тамамлап, ҡулына табип дипломы алған ҡыҙҙы яҙмыш юлы Башҡортостандың Шишмә районына илтә. Участка терапевы булып эшләгән һылыу тырышлығы, асыҡ йөҙлөлөгө, яғымлы тауышы менән пациенттар араһында хөрмәт ҡаҙана. Сер түгел: ҡайһы бер табиптарҙан сыҡҡас, нимә тип әйтте әле, нисегерәк дауаланырға икән, тип баш ҡатыраһың. Икенселәре кәйефеңде ҡырырға ла күп һорамай. Ә Венера Самат ҡыҙы һис йыбанмай: ауырыуҙарға диагнозын ябай, аңлайышлы итеп төшөндөрөп бирә, нисек туҡланырға, нимәләрҙе сикләргә кәрәклеген аңлата. Тап шуға ла районда нәҡ уға эләгергә теләгәндәр арта. “Беҙҙең Венера Самат ҡыҙының йылмайыуы ла дауа”, – тиҙәр уның хаҡында.
Ошонда үҙенең ғүмер юлдашын да осрата Венера. Бөгөн ул – өс бала әсәһе. Өлкән улы Тимур инженер булһа, ҡыҙы Гөлфиә әсәһенең юлын һайлаған – табип. Кинйәләре Хәмит иһә – Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Улар әсәһен уңыштары менән ҡыуандырып тора.
Йылдар үтә. Һәр йәһәттән өлгөлө ханымды баш табиптың поликлиника буйынса урынбаҫары итеп үрләтәләр. Был яуаплы бурысты башҡарыуға ла көсөн йәлләмәй ул. Район халҡын диспансерлаштырыуға, ауырыуҙарҙан иҫкәртеүгә ҙур тырышлыҡ һала.
– Диспансерлаштырыу – комплекслы сара, бер нисә белгес халыҡтың һаулығын ентекле тикшерә, – ти табип. – Ул туберкулез, онкология, шәкәр диабеты, башҡа хроник ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. Файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур. Күптән түгел бер ханым килде. Ҡарап тороуға һау-сәләмәт кеше, үҙе лә бер нәмәгә зарланмай. Тикшереү барышында яман шеш барлығы асыҡланды. Ярай әле тәүге стадия ине.
Үкенескә ҡаршы, күптәрҙең үҙ һаулығына битараф булыуы борсой Венера Самат ҡыҙын.
– Ҡайһы берәүҙәр ауырып йығылғас ҡына килә, – ти ул. – Ә бит ғүмер бер генә. Күп осраҡта һуң булыуы ла бар.
Буш ваҡыттарын Венера Самат ҡыҙы файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә тырыша. Уны театрҙарҙа, концерттарҙа йыш күрергә була, әҙәби китаптар уҡырға әүәҫ.
– Бында килгәс, Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес матур булыуына һоҡландым, – ти юғары категориялы табип. – Айырыуса таулы райондарға сәйәхәт итергә яратам. Унда үҙемә еңеллек алам, арыу-талыуҙарым онотола.
...Шишмә ҡасабаһы буйлап урта йәштәрҙәге бер ханым килә. Бында йәшәгәндәрҙең күбеһе таный уны һәм ҙур хөрмәт менән һаулыҡ һораша. Әҙәм балаһы өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр.