Бурлы ауылынан Фәрүәз Ғибаҙуллиндың техникаһын бөтә эштәрҙә лә ҡулланып була. Атты, машинаны, мотоциклды, велосипедты ла алыштыра ала ул. Сәйетбабанан Рифат Баймөхәмәтовтың ҡулайламаһы бәрәңге үҫтереү өсөн уңайлы. Имәндәштән Альберт Ишемйәров ер эшкәртеү өсөн трактор яһаһа, Табындан Анатолий Швецов үҙе бәләкәй “Беларусь” ҡороп алған.