Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2019, 20:06

Бер көндә – 500 тонна сүп-сар

Кисә Башҡортостан халҡы “Евразияның таҙа ярҙары” тип аталған халыҡ-ара экологик акцияла ҡатнашты.

Кисә Башҡортостан халҡы “Евразияның таҙа ярҙары” тип аталған халыҡ-ара экологик акцияла ҡатнашты.


Уның сиктәрендә 269 йылға-күлдәрҙе таҙартыу ойошторолдо. Сарала 12 мең самаһы ирекмән, йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, власть органдары һәм белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Акцияға шулай уҡ дайверҙар ҙа әүҙем ҡушылды, улар йылға төбөн сүп-сарҙан таҙартты.


Дөйөм алғанда 500 тонна самаһы сүп-сар йыйылды. Айырыуса ҙур иғтибар Асылыкүл менән Ҡандракүл күлдәренә бирелде. Ни өсөн тигәндә, йыл һайын бында меңәрләгән кеше ял итә һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәре артынан йыйыштырмай.


– Бындай экологик саралар үткәреү һыу ресурстарын һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн бик мөһим. Һөҙөмтәһе – йыл һайын ҡоштар төрө арта, – ти акцияны ойоштороусылар.


Фото: “Башинформ” МА.
Читайте нас: