Башҡортостанда йәнә башҡа һыймаҫлыҡ ҡурҡыныс енәйәт ҡылынған. Туғыҙынсы класс уҡыусыһы етенсе класта уҡыған ҡыҙҙы көсләгән. Әлеге мәлдә үҫмерҙе ҡулға алғандар. Уға ҡарата “14 йәше тулмаған кешене көсләү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хәл Дәүләкән ҡалаһында булған. Полицияға ғаризаны ҡыҙыҡайҙың әсәһе яҙған. Уның һүҙҙәренә ярашлы, енәйәт күп ҡатлы йорттарҙың береһендә, подъезда булған.
Әлеге мәлдә тәфтиш эше алып барыла.