Моғайын, кисә күптәрегеҙ “Россия1” каналында Андрей Малахов алып барған “Прямой эфир” тапшырыуын ҡарағандыр. Унда яҡташыбыҙ, банктан ҙур суммала аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллина тураһында күрһәттеләр. Дөрөҫөрәге, уның туғандары, таныштары, эксперттар килеп, төрлө фараздар ҡылды.
Луизаның элекке хеҙмәттәше Екатерина С. Луиза тураһында тик яҡшы һүҙҙәр әйтте. Уның яуаплы, тәртипле булыуын, коллегалары һәм клиенттар менән һәр саҡ ихтирамлы аралашыуын хәтергә алды.
Мараттың дуҫы, күршеләре Сергей С-ла ғаилә тураһында тик яҡшы фекерҙә. “Беҙҙең балалар бер ваҡытта тыуҙы, бергә үҫте. Аралашып, ярҙамлашып йәшәнек. Улар – идеаль ғаилә, бер-береһен, балаларын бик яраталар. Улар өсөн иң мөһиме – балалары. Шуға күрә был аҙымға балаларына ҡурҡыныс янауы сәбәпле барманылармы икән тип уйлайым”, – тине ул.
Студиялағы эксперттар белдереүенсә, кешеләр йорт һалған, кредит, ипотека алған – тимәк, бында йәшәгеләре килгән, пландар төҙөгән. Ә һөҙөмтәлә, ҡапыл-ҡапыл барыһын да ташлап, сығып киткәндәр. Туғандары әйтеүенсә, ғаилә ҡасырға алдан әҙерләнһә, йорттарын, машиналарын һатыр ине, кәмендә атаһы исеменә яҙып китерҙәр ине.
– 9 майҙан һуң картуф ултырттылар, участкаларын төҙөкләндерҙеләр. Берәй ҡайҙа ҡасып китергә булһалар, улай донъя көтөрҙәр инеме? – ти Луизаның инәһе. – Банкты ла аңлап етмәйем. Унда ҙур сумма, мәҫәлән, 100 мең һум алырға барһаң, аҡсаны шул уҡ көндө бирмәйҙәр, заказ эшләп, бер көн көтөргә ҡушалар. Нисек инде был осраҡта банкта 20 миллиондан ашыу аҡса булған? Ни өсөн тәүҙә 20 миллион һум тип яҙҙылар, аҙаҡ - 23, шунан - 25, хәҙер - 27 миллион. Ни эшләп һандар көн һайын арта? Банк үҙендә күпме аҡса барлығын белмәйме ни?
Луиза һәм уның ғаиләһе менән бергә уның апаһы ла юғалған тиҙәр ине, был мәғлүмәт тә дөрөҫ булмай сыҡты.
Ҡатындың туғандары фекеренсә, ул үҙе был енәйәткә бер ҡасан да бармаҫ ине. Уны мәжбүр иткәндәрҙер, тиҙәр. Луизаның атаһы ҡыҙының ире Маратты ғәйепләй. Ир ҡомарлы уйындар менән мауыҡҡан һәм бурысҡа батҡан. Ул кредиторҙарға күп аҡса тейеш булып, ғаиләлә бер осор проблема кисергәнф. Бәлки, тағы ҙур бурысҡа батып, ғаилә ҡасырға мәжбүр булғандыр. Атай кешенең фекеренсә, уның ҡыҙын полиция ғына түгел, бандиттар ҙа эҙләй. Ул балаларының ғүмере өсөн хәүефләнә.
Мараттың атаһы иһә барыһында ла Луизаны ғәйепләй. Сөнки тап ул кассаға инеп, аҡса урлаған һәм ғаиләне ауыр хәлгә ҡуйған.
Бер һүҙ менән әйткәндә, бында бер нимә лә билдәле түгел. Фараздар, фекерҙәр көндән-көн арта, ә яуап юҡ. Артабан ни булыр, күҙәтәйек.