Бөгөн Башҡортостанда “Мотоцикл” тип аталған профилактик операция башланды. ЮХХДИ-ның Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был сара мотоцикл, скутер һәм мопедтар йөрөтөүселәр тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында ойошторола.