Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2019, 20:21

Сибайҙа хәл яҡшыра

Сибайҙағы экологик хәл яҡшыра башлаған. Был турала “Росприроднадзор”ҙың етәксеһе Светлана Радионова журналистарға Петербург иҡтисади форумы ваҡытында һөйләне.

Сибайҙағы экологик хәл яҡшыра башлаған. Был турала “Росприроднадзор”ҙың етәксеһе Светлана Радионова журналистарға Петербург иҡтисади форумы ваҡытында һөйләне.


– Сибайҙа ысынлап хәл яҡшыра, дүшәмбе һайын отчет алып торабыҙ. Беҙ хәлде күҙәтеп барабыҙ, әле унда ҡыш көндәрендәге кеүек хәл киҫкен түгел, – тине ул.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың декабренән Сибайҙа томан һәм көкөрт еҫе сәбәпле юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә булды. Карьерға һыу тултырыу 8 февралдә башланғайны, 26 март ул тамамланды, һыу кимәле 80 метрға тиклем күтәрелде.


Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Сибай карьерына һыу тултырыуҙы дауам итмәкселәр.


Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: