Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2019, 14:35

Ҡыҙғаныс, ғүмерҙәр өҙөлә...

Республикабыҙҙа һыу инеү миҙгеле, ғәҙәттә, 1 июндә асыла. Бының өсөн алдан рөхсәт ителгән пляждар тәртипкә килтерелде, уларҙа ҡотҡарыусылар хеҙмәте дежурға ҡуйылды. Әммә халыҡ тыйылған һыу инеү урындарына ла күпләп ағыла.

Әйткәндәй, ана шул рөхсәт ителмәгән урындарҙа фажиғәләр йыш теркәлә лә инде. Иҫерек килеш кәйеф-сафа ҡороусылар, өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында бала-саға бәләгә тарый. Һыу инеү миҙгеле башланмаҫ элек үк Өфө районының күлендә һәм Ағиҙел йылғаһында (Өфө ҡалаһы) ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы биш йылда Башҡортостанда 463 кеше һыуға батып үлгән, шул иҫәптән, 49 бала. Рәсәй Федерацияһының Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡазалар эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ үтәгәндә бер ниндәй ҙә бәлә-ҡазаға тарымаясаҡһың, июндә фажиғәле хәлдәр теркәлмәгән.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Читайте нас: