Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 11:59

Эштәре халыҡта яҡлау таба

“Вектор” уңайлы көнкүреш шарттары булдыра.

“Вектор” уңайлы көнкүреш шарттары булдыра.


Ҡабаҡ ауылы башҡаларҙан бер үҙенсәлеге менән айырыла: бында шәхси торлаҡ менән бер рәттән күп фатирлы ике-дүрт ҡатлы йорттарҙан торған урамдар бар. Ундай йорттарҙың һаны егермегә етә. Уларҙы үткән быуаттың 70–80-се йылдарында ауылдағы кирбес заводы эшселәре өсөн төҙөгәндәр.


Ҡалалағыса бөтә уңайлыҡ­тары булған был өйҙәр заманында бик күптәрҙең торлаҡ мәсьә­ләһен ыңғай хәл итергә, йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкин­лек биргән. Хәйер, унда бөгөн дә тормош гөрләй, сөнки, ярты быуат самаһы файҙа­ланылһа ла, улар әленән-әле төҙөкләндерелә, инженерлыҡ коммуникациялары көйлө эш­ләй. Фатир хужаларын заманса уңайлы көнкүреш шарттары менән “Вектор” йәмғиәте тәьмин итә. Предприятие 2014 йылда ойошторола. Әммә ошо һанау­лы ғына ваҡыт эсендә ул үҙен уңышлы эшләгән идарасы компания булараҡ танытты.


Тәүҙә үк ошоно билдәләү урынлы: ғәҙәттә, идарасы компаниялар эшмәкәрлек объекты итеп яңы йорттарҙы һайлай, сөнки уларҙы ҡарау өсөн сығым да, көс тә саманан тыш талап ителмәй. Ә инде “Вектор”ҙың шаҡтай иҫкергән торлаҡ фондын үҙ ҡарамағына алыуы үҙе үк ҙур яуаплылыҡ йөкмәүен дәлилләй. Был осраҡта эшмә­кәр­лекте табыш алыуға ғына ҡороп булмаясағы аңлашыла. Улар иң беренсе сиратта халыҡтың көнитмешен уңайлы­раҡ итеү, тормошто матурлау теләге менән яна. Атап әйт­кәндә, предприятие үҙ ҡара­мағындағы йорттарҙы төҙөк­ләндереү һәм һаҡсыл фай­ҙаланыу, дөйөм инженерлыҡ коммуникацияларының, йәғни һыу, электр, йылылыҡ һәм канализация селтәрҙәренең төҙөк, көйлө эшләүен тәьмин итә. Ихаталарҙы ҡыш ҡарҙан, йәй сүп-сарҙан таҙартып торалар. Улар хеҙмәтләндергән торлаҡ майҙаны 23 мең квадрат метр иҫәпләнә. Өҫтәүенә Салйоғот, Иҫке Ҡыйышҡы, Ҡабаҡ ауылдары халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе һәм үҙҙәре ҡуртымға алған 50 километр оҙонлоғондағы һыу үткәргесте хеҙмәтләндереүҙе лә уларға йөкмәткәндәр.


Коллектив йорттарҙы төҙөк­лән­дереүгә, ағымдағы ремонт эштәренә ҙур тырышлыҡ һәм сығым йүнәлтә. Идарасы компания эш планын билдәләгәндә мотлаҡ йорттар советтарының, ғөмүмән, торлаҡ хужаларының теләк һәм тәҡдимдәрен иҫәпкә ала. Әйтәйек, һуңғы осорҙа ун йорттоң түбәһен, бер нисәһенең дөйөм йылытыу системаһын өлөшләтә яңыртҡандар. Бөтә подъездарҙың да ишектәрен яңыға алмаштырыу бурысы ҡуйылған. Был ғәмәл дә теүәл­ләнеп килә.


Подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса эш даими алып барыла. Ундағы йылытыу һәм электр йыһаздары яңыртыла. Республика етәкселегенең күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ре­монт­лауға етди иғтибар йүнәл­теүе эште тағы ла әүҙем­ләш­терҙе, халыҡтың да инициа­тиваһын көсәйтте. Мәҫәлән, Төҙөүселәр урамындағы 2-се һәм 16-сы йорттарҙың советтары идарасы компаниянан материалдар һәм йыһаздар алып, подъездарға косметик ремонтты үҙ көстәре менән башҡарырға теләк белдергән. Роза Шәй­бәкова, Миләүшә Ниғмәтуллина кеүек инициативалы торлаҡ хужалары был эште үҙ яуап­лылығына алған. Әлбиттә, республика торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү һәм өлөшләтә торлаҡ хужаларынан ингән аҡсаға ғына талап ителгән төҙөкләндереүҙе тулы күләмдә башҡарып булмай. Тағы ла шуныһы, бындағы йорттар аҙ ҡатлылар категорияһына инә. Ундайҙарға ағымдағы ремонт өсөн субсидия ҡаралмаған. Һәм был мәсьәлә тотош республикала аҙ ҡатлы (ә улар шаҡтай иҫкер­гән) торлаҡты ремонтлау пробле­маһын ҡатмарландыра. Был мәсьәлә юғары даирәлә хәл ителергә тейеш.


Предприятиеның эшмәкәр­леге, әйтеп үткәнсә, күп тармаҡ­лы. Һәр өлкәлә лә һаҡсыллыҡҡа йүнәлеш тоталар. Йорттарҙа, дөйөм файҙаланыу урындарында энергия һаҡлау лампалары урынлаштырылған. Скважина­ларҙан һыу сығарыусы насос станцияһын автоматик систе­маға күсереү ҙә был йәһәттән отошло булған. Предприятиела энергия һаҡсыллығына иғтибар­ҙың айырыуса көслө булыуы шуның менән дә аңлатыла: директор Салауат Ғәббәсов — һөнәре буйынса энергетик. Ул торлаҡ-коммуналь өлкәлә бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған. Эште теүәл белгән етәксенең талаптары ла юғары.


Коллектив ҙур түгел. Уны ысын-ысындан профессионалдар төркөмө тиергә була, сөнки бында һәр хеҙмәткәр бер нисә һөнәргә эйә. Мәҫәлән, мастер Марат Вахитов – бер үк ваҡытта иретеп йәбештереүсе ла, водитель дә. Слесарь-сантехниктар бригадиры Тәлғәт Күжәбаев һәм уның хеҙмәттәштәре Шамил Әминев, Рафиҡ Шәрә­фетдинов, Рөстәм Төхвәтуллин, электрик Ринат Сафин, тракторсы Варис Әбдрә­шитов та төрлө вазифа башҡа­рырға һәләтле. Насос станцияһы операторы Лида Ҡәүиева, төҙөк­ләндереү эшсеһе Рәзилә Ғәйнуллина ла булдыҡлылыҡ үрнәге күрһәтә. Ә инде иҫәп-хисап хеҙмәткәрҙәре тураһында айырып әйтергә кәрәк. Баш хисапсы Рәмзиә Ғәббәсова, иҡтисадсы Флизә Минаева, кассир Регина Ғәлимова, контролер Рәйсә Аб­драхма­нова­ларҙың һөнәри оҫта­лығы һәм яуаплылығы пред­при­ятиеның финанс тотороҡ­лолоғон тәьмин итә. Хеҙмәт ха­ҡын ваҡы­тында түләп баралар, һа­лымдар буйынса ла бурыстар юҡ.


Предприятие етәкселеге һәр участкала профессионалдар эшләргә тейеш тигән фекерҙә. Был бигерәк тә газ хеҙмәтенә ҡағыла. Йыл һайын ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек барышында улар менән берлектә дөйөм йыһаздарҙың төҙөклөгөнә диагностика һәм техник хеҙмәт­лән­дереү үткәрелә. Быға ҡәҙәр вентиляция каналдарын тикшереп, таҙартып сығырға кәрәк. “Вектор” етәкселеге халыҡтың имен йәшәйеше менән бәйле был эшкә Рөстәм Төхвәтул­линды маҡсатлы уҡытып ҡайтарған.


Предприятиеның эше ырамлы бара. Шул уҡ ваҡытта алда торған бурыстар ҙа бар. Эшселәр эсәр һыу скважиналарын һәм 50 километр оҙонлоғондағы һыу үткәргесте хеҙмәтләндерә. Ошо һыу үткәргестәр яңыртыуҙы талап итә. Был өлкәлә ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә эшләйҙәр. Ғөмүмән, предприятие үҙенең күп башлан­ғыстарында урындағы үҙидара органдарының яҡлауына һәм эшлекле ярҙамына таяна. Үткән йылда берҙәм тырышлыҡ менән Иҫке Ҡыйышҡы ауылында һыу үткәргес яңыр­тылған. Был эш киләсәктә лә дауам итәсәк.


Хәҙер предприятиела ҡыҙыу осор башлана. Торлаҡ фондын киләһе ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү хеҙмәт йылы башланғанда уҡ ҡабул ителгән планға ярашлы тормошҡа ашырыла.


— Халыҡтың уңайлы мөхиттә имен йәшәйеше өсөн бөтә ты­рышлыҡты һаласаҡбыҙ, – ти Салауат Ғәббәсов.


Ҡырмыҫҡалы районы
Читайте нас: