Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 18:10

Реанимацияла васыятнамә яҙған, имеш...

Яҡындары һөйләүенсә, насар күреүе арҡаһында яңылыш торба таҙартҡыс ағыу эсеп, ауыр хәлдә дауаханаға эләккән Бари Алибасовтың хәле насарланған. Уның ҡыҙыл үңәсе һәм ашҡаҙаны янған. Артист аңында түгел, табиптар уны яһалма һулыш алдырыу аппаратына тоташтырырға мәжбүр булған.

Хатта Бари Кәрим улының үлеме хаҡында ла хәбәр таралды. Туғандары бының дөрөҫ түгеллеген хәбәр итте. Ә бына кисә уға 72 йәш тулды. Кумирҙары ятҡан клиникаға табыныусылары килеп: “Бари, һауыҡ!” – тип ҡысҡырып торған.

Артисты махсус йоҡоға талдырыр алдынан ул палатаға нотариус саҡырған тигән хәбәр ҙә таралды. Имеш, Алибасов яңы васыятнамә яҙған. Үҙенең фатирын Бари исемле улына яҙған, ер участкаһын һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы – ҡатыны Лидия Федосеева-Шукшинаға, йырҙарға хоҡуҡты – “Наа-На” төркөмө ағзалары Политов менән Жеребкинға.

Фото: hotgeo.ru
Читайте нас: