Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 16:05

Санитарҙа фашист ҡаны уйнағанмы?

Германияның Ольденбург ҡалаһының окружной суды элекке санитар Нильс Хёгелде 85 пациентты үлетереүҙә ғәйепле тип табып, ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итте.

Германияның Ольденбург ҡалаһының окружной суды элекке санитар Нильс Хёгелде 85 пациентты үлетереүҙә ғәйепле тип табып, ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итте.


Ир 97 кешене үлтереүҙә ғәйепләнһә лә, адвокаттары уның 55 пациентты үлтереүен танып, 14 осраҡта үлтермәксе генә булған тип бара, ә 31 осраҡта уны аҡлау кәрәклеген белдерә.


Хёгель 2000 – 2005 йылдарҙа Дельменхорст һәм Ольденбург ҡалалары клиникаларында санитар булып эшләй. Ауыр хәлдә булған сирлеләргә ҙур дозала йөрәк-тамыр ауырыуҙарынан дарыуҙар ебәрә. Уның был эшен бер шәфҡәт туташы күреп ҡалып, етәкселеккә хәбәр итә.


2018 йылдың октябрендә ир 100 кешене үлтереүен белдергән булған.


Фото: Reuters
Читайте нас в