“Берҙәм Рәсәй” партияһы проектына ярашлы үткән төбәк-ара “Йондоҙ менән күнекмә” акцияһына бөгөн сибайҙар дәррәү ҡушылды.
Ҡаланың үҙәк майҙанында уҙған сәләмәтлек эстафетаһында 100- ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Күнекмәләрҙе кикбоксинг буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, донъя кубогын яулаған Азамат Мусин алып барҙы.
Сәләмәт тормошто пропагандалаған, йәштәр араһында спортҡа һөйөү тәрбиәләү, үҫеп килгән быуынды йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған сарала йәше лә, олоһо ла бик теләп ҡатнашты.
Барыһының күңелен күтәргән, дәрт һәм яҡшы кәйеф бүләк иткән иртәнге күнекмәне Азамат Мусин “Сәләмәт булығыҙ! Спорт менән шөғөлләнегеҙ!” тигән һүҙҙәр менән тамамланы.