Мәғрур Ирәндек буйында йыл да үткән хеҙмәт һәм дуҫлыҡ байрамы һабантуйҙы баймаҡтар был юлы ла юғары кимәлдә үткәрҙе. Район халҡының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров килде.
Көндөң бер аҙ болотло һәм елле булыуы ла һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙың кәйефен төшөрмәне. Һәр ерҙә байрамса кәйеф: бер-бер артлы теҙелгән тирмәләрҙә халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен сағылдырған әйберҙәр күргәҙмәһе, милли ризыҡтан һығылып торған бай өҫтәл урын алһа, бер яҡ ситтәрәк балалар һабантуйы гөрләне. Кемдер рәхәтләнеп төрлө уйындарҙа ҡатнашһа, икенселәр спорт ярыштарында көсөн һынаны. Көрәшселәрҙе бергә туплаған майҙанда алма төшөрлөк тә урын булманы.
Һабантуйҙың тантаналы өлөшө Башҡортостандың һәм бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең 100 йыллыҡтарына арналды. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланыу айҡанлы үткәрелгән һабантуйҙа, йолаға ингәнсә, хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде. Радий Хәбиров Баймаҡтың тырыш, уңған халҡын ихлас ҡотланы.
– Баймаҡ районы беҙгә үтә яҡын һәм ҡәҙерле. Тәбиғәтегеҙ генә түгел, халҡығыҙ ҙа матур, йәшәйешегеҙ йәмле. Бынан йөҙ йыл элек данлы Темәс ауылы республикабыҙҙың тәүге баш ҡалаһы булған, – тине Радий Фәрит улы. – Республикабыҙҙың тарихына, иҡтисадына тос өлөш индергән Баймаҡ халҡын байрам менән ихлас ҡотлайым. Бында эшһөйәр, дәртле, талантлы халыҡ ғүмер итә. Киләсәктә лә көр күңел менән тыныс тормошта, сәмле хеҙмәттә йәшәгеҙ! Байрам менән!
Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм юбилей миҙалдары тапшырҙы.