Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2019, 13:29

Йәштәрҙең сираттағы еңеүе

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтындағы йәштәр КВН командаһы Ҡазанда ойошторолған “ТВ-шоу”ға саҡырыу алғайны.

Фото Сибай институты сайтынан.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтындағы йәштәр КВН командаһы Ҡазанда ойошторолған “ТВ-шоу”ға саҡырыу алғайны.
Һөҙөмтәлә унда уңышлы сығыш яһап, сентябрҙә үтәсәк икенсе турға үттеләр.
Ярышта Мәскәү, Түбәнге Новгород һәм башҡа ҡалаларҙан, төбәктәрҙән ҡырҡҡа яҡын команда ҡатнаша. Сибай йәштәре Башҡортостан намыҫын ышаныслы яҡлай.
Бынан тыш, беҙҙең команда Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында үтәсәк Халыҡ-ара КВН уйындарында ҡатнашыуға ла саҡырыу алды.