Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июнь 2019, 15:54

Ҡыҙ табам тип...

Бразилияла йәшәгән Ирену һәм Юсиклеид бынан 20 йыл элек ғаилә ҡора. Ҡыҙ бала тыуһа, исемде – әсәһе, ә малай икән, атаһы ҡушасаҡ тип хәл итә йәштәр.

Фото: erabaru.net
Фото: erabaru.net
Бразилияла йәшәгән Ирену һәм Юсиклеид бынан 20 йыл элек ғаилә ҡора. Ҡыҙ бала тыуһа, исемде – әсәһе, ә малай икән, атаһы ҡушасаҡ тип хәл итә йәштәр.


Әммә, шаҡтай ваҡыт үтһә лә, әсә кешегә балаһына исем ҡушыу бәхете эләкмәй. Бөгөн ғаиләлә – 13 малай! Йорт хужаһы футбол ҡарарға ныҡ ярата. Ҡасан да булһа улдары Бразилияның йыйылма командаһында уйнар тип өмөтләнә ул. Әлегә бәхетле атай уларҙы бергә ойоштороп, күрше ауыл малайҙары менән ярыштар үткәрә.
13 малай ҙа данлыҡлы футболсыларҙың исемдәрен йөрөтә. Әсә кеше иһә: “Ҡыҙ бала һөйгәнгә ҡәҙәр өйгә бәпәй алып ҡайтасаҡмын”, – ти икән. Бирһен Хоҙай!
Читайте нас: