Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2019, 17:12

Ҡараһа, 32 мең һумы юҡ...

Дәүләкәндә булған был хәл. 79 йәшлек инәй магазиндан ҡайтып килгән. Юлда уны таныш түгел ике ҡатын туҡтатҡан.

Фото: ob.oblast.online
Дәүләкәндә булған был хәл. 79 йәшлек инәй магазиндан ҡайтып килгән. Юлда уны таныш түгел ике ҡатын туҡтатҡан.
“Беҙ – пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре”, – тип белдергән улар һәм әле “аҡса алмаштырыу” барғаны, шуның өсөн алынған пенсияны киренән иҫәпләү, документтарҙы тикшереү кәрәк буласағы хаҡында бәйән иткән.
Һөҙөмтәлә был ике ҡатынды инәй өйөнә эйәртеп алып ҡайтҡан. Фатирында уларға пенсия документтары, аҡсаһы ятҡан папканы сығарып тотторған. Барыһын да “тикшергәс”, теге икәү алғанын кире биргән һәм иртәгә тағы ла киләсәген әйтеп сығып киткән. Инәй папкаһын ҡараһа, йыйған 32 мең һумы юҡ...
“Ғариза нигеҙендә енәйәт эше асылды. Полиция ҡатындарҙы эҙләй”, – тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.