Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2019, 15:12

Ил ағаһы – бәләкәй Ватанында

Эшһөйәр, илһөйәр халҡы менән данлы республикабыҙҙа һабантуйҙар гөрләп үтә. Милли байрамдарҙа хеҙмәт алдынғылары хөрмәтләнә, сәмле ярыштар уҙа, сағыу тамашалар күрһәтелә, яҡташтар һағынышып осраша.

Фотолар Ғ.Ғ. Янбаевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Кисә Күгәрсен районында ла, һәр ваҡыттағыса, һабантуй оло майҙан йыйҙы. Күркәм байрамда яҡташтары менән осрашыуға республикабыҙҙың тәүге Президенты, “Урал” мәрхәмәтлек фонды рәйесе Мортаза Рәхимов та ҡайтты.
Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә яҙыуынса, Мортаза Ғөбәйҙулла улы иң тәүҙә ауыл халҡының тормош-көнкүреше менән ҡыҙыҡһынған. Һабантуйҙан һуң Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Мәжитовтың хәлен белешеп сыҡҡан, Зәйнәб Биишева исемендәге паркта, тыуған төйәге Тәүәкәндә, Семено-Петровское ауылында, Йомағужа һыуһаҡлағысында, бағыр фермаһында һ.б. булған.
“Беҙ, Күгәрсен халҡы, Мортаза Ғөбәйҙулла улына ярҙамы, хәстәрлеге өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ”, – тип белдерә Ғайса Янбаев.
Читайте нас: