Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2019, 14:26

Уҙып китмәк булып...

ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә республикала юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2400-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, 63 иҫерек водитель тотолған.

Фото Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хеҙмәтенән.

Өҫтәүенә дүрт автомобиль аварияһы булған. Уларҙа биш кеше төрлө йәрәхәт алған.

Мәҫәлән, Иглин районы биләмәһенән үткән трассала Силәбе өлкәһенән килгән “Лада Приора”, уҙып китмәк булып, “Kia Rio”ға төкөгән. Ватан автомобиле водителе һәм уның 35 йәшлек пассажиры ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләрен һаҡларға саҡыра.
Читайте нас: