Бари Кәрим улының ҡыҙыл үңәсе, ашҡаҙаны, тын юлдары янған ине. Әле ул дарыуҙар ярҙамында йоҡоға талдырылған. Зыян күреүсенең тын юлдары һәм ашҡаҙаны йүнәлә, әммә бер йәрәхәте дөрөҫ уңалмай икән. Һөҙөмтәлә эсәктәрҙең тығылыуы ихтимал. Был хаҡта уның улы белдергән.