Стәрлетамаҡ районы хеҙмәтсәндәренең һабантуй байрамы Бүреҡаҙған ауылы янындағы яланда үтте. Шатлыҡлы ауаздарҙан, йыр-моңдан майҙан гөрләп торҙо.
Сәсеү эштәрен уңышлы тамамлаған ауыл эшсәндәренә, төрлө конкурстар, фестивалдәр еңеүселәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Таһыллы көрәшселәр майҙанда бил һынашһа, сәнғәт оҫталары йыр-моңдары менән сәхнәне биҙәне. Ат сабыштарын да ҡарап ләззәтләнде халыҡ.
Байрамда һәр кем күңеленә яҡын спорт төрөндә көс һынашты. Берәүҙәр гер күтәрһә, икенселәр еңел атлетика буйынса уҙышты. "Атай, әсәй, мин – спортсы ғаилә" ярышы ла сәсеү байрамының бер биҙәге булды.
Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте сайтынан.