Башҡортостан
+26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2019, 19:14

Ә һин машинаңды газонға ҡуймайһыңмы?

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә газондарҙағы законһыҙ автомобиль туҡталҡаларын асыҡлау һәм уларҙы бөтөрөү буйынса муниципаль административ комиссиялар эшмәкәрлегенең эше тикшерелде.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә газондарҙағы законһыҙ автомобиль туҡталҡаларын асыҡлау һәм уларҙы бөтөрөү буйынса муниципаль административ комиссиялар эшмәкәрлегенең эше тикшерелде.


Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле әйтеүенсә, ике ай эсендә республикала газонға автомобиль ҡуйыуға бәйле 20 мең осраҡ теркәлгән, 10 меңдән ашыу кешегә 14 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Тәртип боҙоуҙарҙың күбеһе Өфөлә ҡылынған.


Административ комиссиялар эшенә яһалған анализ газондарға машина ҡуйыу осраҡтарының кәмеүен күрһәтә. Эш башланған тәүге өс көндә йәшел биләмәләрҙә автомобиль ҡуйыуға ҡағылышлы 849 осраҡ теркәлһә, һуңыраҡ был күрһәткес 304-кә тиклем кәмегән.

Радий Хәбиров яңы нормаларҙы артабан ҡулланыуға анализ яһарға, кәрәк була ҡалһа, уларға үҙгәреш индерергә ҡушты.


Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев хәбәр итеүенсә, республикала 310 мең машина урыны кәрәк. Әле ихаталарҙа 140 мең урын йыһазландырылған. Өҫтәмә рәүештә 170 мең урын булдырырға кәрәк. Төбәк етәксеһе ошо мәсьәләне тулыһынса хәл итеү өсөн норматив база әҙерләү бурысын йөкмәтте.


Фото: glavarb.ru.
Читайте нас в