Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2019, 12:13

Күгәргән сәй эсәбеҙ икән...

“Роскачество” бәләкәй пакеттарға төрөлгән ҡара сәй сифатын тикшерҙе. 35 сауҙа маркаһы араһынан 11-ендә эсәк таяҡсаһы бактериялары һәм үңәҙ табылған. Бынан тыш, япраҡлы ҡара сәйҙең бер төрөндә лә шундай уҡ бактериялар булған.

Был пакетлы сәйҙәрҙәге үңәҙ күләме норманан өс-дүрт тапҡыр артып киткән. Быға продукцияның насар сифатлы булыуы, уны һаҡлау шарттары күҙәтелмәүе килтереүе ихтимал.

Ә бына тикшерелгән Рәсәй һәм сит ил сәйҙәренең береһендә лә сит ҡушымталар, шул иҫәптән төҫ һәм тәм биргәндәре лә, сүп-сар өҫтәмәләре, ҡом табылмаған. Кофеин, танин, полифенол нисбәте лә норманан артыҡ түгел.

Фото: bb.lv
Читайте нас: