Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2019, 14:00

Кисәге үлтерештең сәбәбе асыҡланды

Миловка ауылынан 25 йәшлек Андрей Б. күптән инде тиҫтере Рәсүл А.-нан үтескә аҡса алып, бурысын бирмәй йөрөгән икән. Яңыраҡ ҡына ошо сәбәпле улар араһында ҡырҡыу һөйләшеү булған.

Миловка ауылынан 25 йәшлек Андрей Б. күптән инде тиҫтере Рәсүл А.-нан үтескә аҡса алып, бурысын бирмәй йөрөгән икән. Яңыраҡ ҡына ошо сәбәпле улар араһында ҡырҡыу һөйләшеү булған.


Тәфтиш фаразы буйынса, аҡсаны бирмәҫ өсөн, кисә Андрей Өфөләге Көньяҡ автовокзал янында “Вепрь” мылтығынан Рәсүлдең автомобиленә ҡарата ут асҡан. Унда егеттән тыш 24 йәшлек Кристина Т. ла ултырған була.


Ике пуля Рәсүлдең муйынына тейә, берәүһе – Кристинаның ҡабырғаһына. Егет шунда уҡ йән бирә, ҡыҙ һуңғараҡ дауаханаға оҙатыла. 5-10 метр арауыҡтан атыуға ҡарағанда, һәләк булыусының ҡотолоу мөмкинлеге булмаған тиерлек, ярай әле Кристинаның бәхете бар икән.


Атҡандан һуң да Андрей тынысланмай: Рәсүлдең машинаһының капотына менеп, һикерә башлай. Аҙаҡ үҙ машинаһында ҡасып ҡотолмаҡсы була, әммә өлгөрмәй – таксистар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етеп, уны ҡулға ала.

Әле осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, хәлдең нескәлектәре асыҡлана.


Фото: bash.news.ru
Читайте нас: