Нефтекамала була был хәл. 2016 йылдың ғинуарында ауырлы ҡатын бала табыу йортона мөрәжәғәт итә, уға ашығыс операция яһайҙар. Ҡатындың хәле тотороҡло булмауына ҡарамаҫтан, медицина персоналы уға иғтибар итмәй, хәлен тейешле кимәлдә күҙәтмәй.
Һөҙөмтәлә, күп ҡан юғалтып, йәш әсә вафат була. Ире өс бала менән тол ҡала.
Һуңғараҡ ул судҡа мөрәжәғәт итеп, медицина учреждениеһынан ғаилә иҫәбенә аҡсалата компенсация талап итә. Нефтекама ҡалаһы суды ирҙең файҙаһына ҡарар сығара һәм дауаханаға 2,5 миллион һум аҡса түләү бурысын йөкмәтә. Республиканың Юғары суды бының менән ризалаша.