“Банк талау ҡатын-ҡыҙ эше түгел”. Пермь ҡалаһында йәшәгән Александр Шурман беҙҙең Луиза Хәйруллина тураһында шундай фекер яңғыратты. Кем һуң ул Шурман? Был ир ҙә банк системаһында эшләп, анығыраҡ әйткәндә, инкассатор булараҡ банктан 250 миллион һум аҡса урлаған кеше. Юҡ, Александр Луизаны әрләмәй, киреһенсә, уның был ҡылығын аҡларға тырыша. Уның фекеренсә, кассир ҡатын Александр кеүек үк эш биреүселәрҙән үс алған, ә нәфсе тураһында һүҙ ҙә бармай.
– Берҙән-бер көндө банктың иҡтисади хәүефһеҙлек хеҙмәте директоры килде лә: “Премия булмаясаҡ, һеҙгә оҙайлы ваҡытҡа билдәрегеҙҙе биштән быуып торорға тура килер”, – тине. Был һуңғы тамсы ине, һәм мин бурлыҡҡа барырға мәжбүр булдым, – тип хәтерләй ир.
Шурман был урлашыуы менән банк етәкселегенә үҙенең хаҡлығын еткермәксе була. Уның фекеренсә, Луиза ла һуңғы сиккә еткән һәм енәйәткә уны ла бәләкәй эш хаҡы һәм ауыр хеҙмәт шарттары этәргәндер.
– Банк талау – ирҙәр эше. Был аҙымға ҡатын-ҡыҙ ҙа өлгөрөп еткәс, ысынлап та, уны сиккә еткергәндәрҙер. Минең өсөн – ул герой. Мин булһам уға ошондай һүҙҙәр әйтер инем: Луиза ҡайт, банк идаралығында эшләйәсәкһең, һин төрмәгә ултырмаясаҡһың! Минеңсә, был енәйәткә алып барып еткереү, үҙем менән дә шул уҡ хәл булғайны, – ти ир.
Эйе, бур төрмәлә ултырырға тейеш. Шуға тотолһа, Луизаны ла язаға тарттырасаҡтар. Әммә көтөлмәгәндә халыҡтың күпселек өлөшө кассир яҡлы булып сыҡты. Хатта, “Ҡас, Луиза, ҡас!” тигән петиция булдырылды. Заманында Шурмандың ҡылығын да халыҡ яҡлап сыҡҡайны, уны ла заман геройы тип иҫәпләүселәр байтаҡ булды. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уны язанан ҡотҡарманы, ул ете йыл ярым ултырып сыҡты. Һис шикһеҙ, ҡылығының эҙемтәләре лә ауыр. Ул ултырғас, Александрҙың барлыҡ туғандарын эштәренән ҡыуып бөтәләр, ә инде сыҡҡас үҙе лә байтаҡ ҡына эшкә урынлаша алмай.
Нисектер машина алып, таксиға урынлаша. Әммә бәхетле тормош һаман юҡ. Уның банкка булған бурысы бик ҙур, машинаһы һәм бар мөлкәтенә арест һалынған.