Лимит артһа, йорт хайуандарын аҫраусыларға штраф һалынасаҡ. Ошондай тәҡдимде Федерация Советының аграр һәм аҙыҡ-түлек сәйәсәте һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты индерҙе. Улар эт һәм бесәйҙәрҙең теүәл иҫәбен алып барыуҙы талап итә. Теркәү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн дә штраф ҡараласаҡ.